ВӘХИТОВ Венер Абсаттар улы (11.11.1945, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Солтанморат а.), биохимик, молекуляр биолог. БР ФА акад. (1991), биол. ф. д‑ры (1990), проф. (1993). БАХИ‑ны тамамлаған (1969). 1981 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тының лаб. мөдире, 1990 й. — дир., бер үк ваҡытта 1995—2005 йй. БР ФА‑ның вице‑президенты. Фәнни тикшеренеүҙәре ген структураларын, ДНК‑ның ҡабатланыусы нуклеотид эҙмә-эҙлелектәрен өйрәнеүгә, фармакогеномика һәм иммунология проблемаларына арналған. В. етәкс. биологик актив матдәләрҙең суперпродуценттарының ген инженерияһы конструкциялары, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк вирусына ҡаршы ДНК‑вакцинаның прототибы табылған; байтаҡ психотроп, анксиолитик, ноотроп һәм антиаритмик препараттарҙың ген-мишендәре идентификацияланган. Үҫемлек һәм микроорганизм геномдарының структур-функциональ ойошҡанлығы б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Секвенирование ДНК. М., 1999 (авторҙ.); Цитохром Р450 и иммунная система: факты, гипотезы, перспективы. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика