АҒИҘЕЛ МӘҘӘНИӘТЕ, һуң неолит—энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Ағиҙел й. исеме м‑н аталған.

А.м. ҡомартҡыларының күбеһе Башҡортостандың урман‑дала һәм дала өлөштәрендә Ағиҙел, Дим, Ыҡ йй. басс. тупланған (Ғүмәр тораһы II, Дәүләкән, Мулла, Сауыҙ торалары һ.б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәрҙә урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Ер өҫтөндә (фараз ителеүенсә, бүрәнәнән) төҙөлгән тура мөйөшлө ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика түңәрәк төплө, һирәгерәк осло төплө, муйын сите яғалатып эшләнгән (иртә осорҙа), тура яҡлы, тешле штамп баҫып төшөрөлгән горизонталь һыҙыҡтар һәм вертикаль кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән (һуң осорҙа) һауыттарҙан ғибәрәт. Онталған ҡабырсаҡ ҡушып яһалған. Таштан (бысаҡтар, балталар һ.б.) һәм һөйәктән (гарпундар, хәнйәрҙәр һ.б.) эшләнгән әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡылары осрамай. А.м. көньяҡ, Каспий буйы (Каспий буйында формалашҡан һәм артабан урманлы Кама буйына таралған, тигән фекер бар) яғалы керамика вәкилдәренең әүҙем ҡатнашлығында урындағы энеолитик мәҙәниәттәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән. А.м. ҡәбиләләре һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән, ваҡ мал һәм һыйыр малы, йылҡы үрсеткән. А.м. вәкилдәре Ағиҙел буйы мәҙәниәте һәм Суртанды мәҙәниәте, ш. уҡ Днепр буйы энеолитик мәҙәниәттәре халҡы м‑н бәйләнеш тотҡан. А.м. өйрәнеүселәр: Л.Я.Крижевская, Г.Н.Матюшин, Ю.А.Морозов.

Г.Н.Матюшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке