ИСМАИЛ, Туймазы р-нындағы ауыл, Кәкребаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 1060; 1939 — 605; 1959 — 256; 1989 — 113; 2002 — 169; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1631 й., 1690 й., 1741 й., 1760 й., 1776 й., 1779 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша. Старшина Исмаил Ураҙмәтов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Смаил, Исмәғил исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 82 йортта 475 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ғ.М.Хәзиев ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018