ИСМӘҒИЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Шунтаҡ күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 293 кеше; 1920 — 347; 1939 — 265; 1959 — 244; 1989 — 135; 2002 — 137; 2010 — 150 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаҙанғол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1812 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Г.С.Волконский бойороғо б‑са Троицк өйәҙе Исмәғил а. башҡорттары нигеҙ һала. 1865 й. 30 йортта 180 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. Р.Р.Солтангәрәева (ҡара: Солтангәрәевтәр), М.Ә.Әйүпов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.