ИСЛАМҒОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 47 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 331 кеше; 1920 — 517; 1939 — 410; 1959 — 288; 1989 — 289; 2002 — 312; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Елдәр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы Аҙнай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Исламғол Аҙнаев исеме м‑н аталған. 1816 й. һәм 1834 й. араһында бында — Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡарыш а., 1835 й. Ырымбур өйәҙе башҡорттары күсеп килә. 1865 й. 49 йортта 256 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, перәник бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. Ә.Ғ.Суфиянов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке