ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович (1.1.1883, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сусаҙы а., хәҙ. БР‑ҙың Яңауыл р‑ны Сусаҙы-Ябалаҡ а., — 2.5.1961, Йошкар- Ола), филолог. Филол. ф. д‑ры (1957). Бөрө уҡытыусылар (1902) һәм Ҡазан дини (1906) семинарияларын, Ҡазан ун‑тын (1918) тамамлаған. 1907— 30 йй. Ҡазан вуздарында уҡыта, һуңынан 1956 й. тиклем Йошкар-Олала эшләй: Мари пед. ин‑тында, Мари АССР‑ы ХКС‑ы эргәһендәге Мари милли соц. мәҙәниәт ҒТИ‑нда һ.б. Мари лингвистикаһына, фольклористикаһына нигеҙ һалыусы, тәүге мари яҙыусыларының береһе. “Мари теле һөйләштәренең сағыштырма һүҙлеге”н (1928), рев‑цияға тиклемге мари милли әҙәбиәте антологияһын (“Мари һүҙе”, 1917; икеһе лә — мари телендә) төҙөүсе. Башҡортостан мариҙары фольклорын (ҡара: Мари фольклоры) һәм этнографияһын өйрәнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Өфө марийы” псевдонимы м‑н балалар өсөн хикәйәләр, шиғырҙар, мәҫәлдәр һ.б. баҫтыра. В. исеме Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑на һәм Йошкар-Ола урамына бирелгән, тыуған ауылында В. йорт-музейы асылған, терр‑яһында уның бюсы ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Материалы для изучения верований и обрядов народа мари. Краснококшайск, 1927; Материалы по грамматике марийского языка. Йошкар-Ола, 1958.

Әҙәб.: Валериан Михайлович Васильев /ред. И.Г.Иванов. Йошкар-Ола, 1974; В.М.Васильев: материалы науч. конф., посвящённой 100‑летию со дня рождения учёного. Йошкар-Ола, 1985.

 

Г.И.Ибулаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика