ИСҠУШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Миәҙәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 120 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 192 кеше; 1920 — 291; 1939 — 320; 1959 — 425; 1989 — 234; 2002 — 214; 2010 — 202 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә элекке дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1896 й. 25 йортта 175 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.