ВАЛОВАЯ, ҡара ҡарағат сорты.  1987 й. М.Ғ.Әбдиева (БНИИЗиС)  һәм В.М.Литвинова (Бөтә Рәсәй баҡсасылыҡ  һәм питомниксылыҡ селекция‑технология  ин‑ты, Мәскәү) тарафынан  Крупная, Бредторп һәм Хлудовская  сорттарын һеркәләндереү юлы  м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге  тармаҡлы ҡыуаҡ. Үренделәре асыҡ  йәшел, остары һалынҡы. Япрағы йәшел  төҫтә, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һабаҡлы.  Тәлгәше оҙон, бер аҙ бөгөлгән,  10—12 йомро, уртаса ауырлығы 1,6 г  булған эре, яҡшы сифатлы емеш бирә.  Сағыштырмаса иртә өлгөрә. Составында  10,3% шәкәр, 175 мг% С витамины  бар. Сорт ҡышҡа сыҙамлы,  онло ысыҡ һәм антракноз м‑н аҙ зарарлана.  Уртаса уңдырышлылығы  101 ц/га (Өфө тәжрибә-производство  хужалығы, 1984—87). БР б‑са 1998 й.  ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл  хужалығы зоналарында үҫтерелә.

 М.Ғ.Әбдиева 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке 

Яндекс.Метрика