ИСКИН, ауыл, 1992 й. алып Өфө составында, Киров р‑нының Искин а/с үҙәге. Өфөнән К. табан 27 км һәм Өршәк т. юл ст. 12 км алыҫлыҡта (Өршәк й. басс.) Олокүл буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 207 кеше; 1920 — 254; 1939 — 440; 1959 — 272; 1989 — 328; 2002 — 467; 2010 — 567 кеше. Урыҫтар йәшәй (2008). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. Өфө өйәҙендә 1‑се ярт. алпауыт крәҫтиәндәре һәм дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. И. (Никольский, Коноваловка) 17 йортта 147 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, утын саналары, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1992 й. Өфө р‑нының Булгаков а/с ҡараған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке