ВӘЛИЕВ Ярулла Носрат (Носратулла) улы [10.3.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бикмырҙа а. (БР‑ҙың Нуриман р‑ны) — 6.1.1981, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге бер йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен (Өфө, 1946), К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1946), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1957) тамамлаған. 1941—75 йй. республиканың төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләй: 1947—49 йй., 1950— 54 йй, 1957—60 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм‑ре, 1966—75 йй. бүлек мөдире, 1949—50 йй. “Кызыл таң” гәз., 1960—65 йй. “Һәнәк” ж. һ.б.; 1944—46 йй. ВКП(б) Бөрйән район ком‑тының бүлек мөдире. “Үҙ кеше” исемле тәүге китабы 1963 й. сыға. В. әҫ. мауыҡтырғыс сюжет һәм драматизм м‑н айырылып тора. “Хәйерле иртә, Исмәғил!” (1967), “Көслө ҡошсоҡ һин, сыйырсыҡ” (1973) һ.б. повестарының геройҙары — тормош юлын һайлау кеүек ауыр һынау алдында торған уҡыусылар. “Бөркөттәр оя ташламай” (1972) романында ябай эшсәндәрҙең ауылда барған соц. үҙгәрештәргә мөнәсәбәте күрһәтелә. Тыуған ауылында һәм Нуриман р‑ны Ҡыҙылъяр а. урамдарға В. исеме бирелгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ғүмер дауам итә: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1968; Һин генәһең, бер генәһең: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1976.

М.Ф.Ғәйнуллин

 Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика