ВӘЛИЕВ Хәниф Фәйез улы [18.11. 1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ива‑ най а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 18.11.1991, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1976). 1951 й. алып Дүртөйлө р‑нында эшләй: ВЛКСМ‑дың, 1953—58 йй. КПСС‑тың район ком‑тында, 1961 й. башлап БАССР‑ҙың 50 йыллығы ис. к‑з рәйесе (1999 й. алып к‑з уның исемен йөрөтә). В. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малс‑ҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 70—80‑се йй. ужым арышының уңдырышлылығы гектарынан — 40 ц ашыуға, кукуруздың йәшел массаһыныҡы — 420, күп йыллыҡ үләндәр бесәненеке 25 ц етә; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3600 кг, һыйыр малының уртаса тәүлек артымы яҡынса 700 г тәшкил итә. 1968 й. (респ. тәүге тапҡыр) хужалыҡта а.х. культураларын программалаштырып үҫтереү ысулы индерелә. Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән. Дүртөйлө р‑ны Исмаил а. урам һәм “Вәлиев” тоҡомсолоҡ з‑ды ЯСЙ В. исемен йөрөтә.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика