ИҪКЕ ТОМБАҒЫШ, Шаран р‑нындағы ауыл, Иҫке Томбағыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 353; 1939 — 379; 1959 — 342; 1989 — 298; 2002 — 316; 2010 — 289 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1752 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар Томбағыш булараҡ нигеҙ һала. 1795 й. 46 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 22 йортта — 125 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 20 б. башында Яңы Томбағыш а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.