ВӘЛИЕВ Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы [22.4.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҙлыҡыуыш а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1948 й. алып Саҡмағош р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй: 1952 й. башлап тракторсы, 1962—70 йй. трактор бригадаһы бригадиры. В. бригадаһы баҫыусылыҡта яңы технологиялар (тәрән һөрөү, туңға иртә һөрөү, сәсеү алдынан ерҙе 2 ҡабат культивациялау) индерә; 1959—65 йй. хужалыҡта иген культураларының уңдырышлылығы 35 ц/га етә. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика