АҒИҘЕЛ БУЙЫ УБАЛЫ ТИГЕҘЛЕГЕ, Ағиҙел й. басс. урынлашҡан, Стәрлетамаҡ ҡ. киңлегенән алып йылға тамағына тиклем һуҙылған. Төньяҡ‑көнсығышта Өфө яйлаһы, көнсығышта Көньяҡ Уралдың ситке һырттары, көньяҡ һәм көнбайышта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығы м‑н сиктәш. Абс. бейеклеге төньяҡта 60—260 м, көньяҡта — 200—310 м. Рельефы төньяҡта һөҙәк, көнсығышта — һөҙәк‑арҡалы, көньяҡта — ҡалҡыу (йырын‑һыҙалар селтәре оҙонлоғо 0,8—2,0 км/ км2), арҡалар таралған; йылға үҙәндәре м‑н ныҡ йырғыланған (йырҙаның уйылыу тәрәнлеге 100 м). Йырындар, һыҙалар, рельефтың карст формалары айырыла; битләүҙәр йылға киртләстәренә күсә. Тигеҙлектең төньяҡ өлөшө Үрге Кама уйпатлығы, Башҡорт көмбәҙенә, үҙәк һәм көньяҡ өлөштәре Бөрө биләне, Благовещен уйпатлығы, Ағиҙел депрессияһына тура килә. Төньяҡ өлөшө пермдең өҫкө бүлеге гипстары, ҡомташтары, балсыҡтары, мергелдәре, эзбизташтарынан, көньяҡ өлөшө — неоген ҡырсынташтары һәм ҡомдарынан тора. Ер аҫты нефткә бай (Арлан нефть ятҡылығы, Маншыр нефть ятҡылығы, Сергеевка нефть ятҡылығы, Сытырман, Йөгәмеш нефть ятҡылыҡтары һ.б.). Төньяҡ‑көнбайышында Ҡарман һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Тигеҙлек Бейек Волга аръяғы урман‑дала провинцияһының төньяҡ, типик һәм көньяҡ урман‑дала ярым зоналарында ята.

Кәҫле көлһыу тупраҡтағы киң япраҡлы (имән, саған, йүкә, ҡайын) һәм киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙың ҡара тупраҡтағы болон далалары м‑н ҡатышыуы хас. Тәбиғи ландшафтар арҡаларҙа һаҡланған. Улар йәмле ҡылған үҫкән төрлө үләнле далаларҙан һәм миндаль, сейә, күгән һәм селек ҡыуаҡлыҡтары үҫкән ташлы далаларҙан тора. Һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупраҡтары, составында серетмә күп булыуы, ауыр механик составы м‑н айырылған көлһыуланған, йыуылған, типик ҡара тупраҡ киң таралған.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.