ИҪКЕ СӘПӘШ, Әлшәй р-нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 329; 1939 — 146; 1959 — 181; 1989 — 156; 2002 — 162; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Сәпәш исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡайып булараҡ теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 77 кеше йәшәгән, 1865 й. 64 йортта — 412 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Сәпәш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. С.Ф.Хәкимова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.