ВАҠ КҮСТЕРӘ (Bromopsis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Башҡортостанда ҡылсыҡһыҙ, Бенекен, яр күстерәһе төрҙәре үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—150 см. Япрағы ҡыяҡ, яҫы. Сәскәлеге – йәйенке һепертке. Июнь—июль айҙарында сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль аҙ. – авг. башында өлгөрә. Ҡылсыҡһыҙ В.к. — болонда, урман аҡланында, болонло далала, Бенекен япраҡлы һәм ҡатнаш урманда үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған; яр В.к. Өфө р‑нының ҡоро болононда, ташлы битләүендә үҫә. Мал аҙығы үҫемлеге. Респ. ҡылсыҡһыҙ В.к. үҫтерелә. Уның болон (төньяҡ) һәм баҫыу (көньяҡ) экотиптарын айырып йөрөтәләр. 1000 орлоғоноң ауырлығы — 3,5 г. Болон В.к. – дым яратыусы, һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлек, ауыр балсыҡлы һәм тоҙло тупраҡ уны үҫтереү өсөн яраҡһыҙ. Яҙғы ташҡын осоронда 50 көндән артыҡ һыу аҫтында тора ала, ер аҫты һыуҙарының яҡын ятыуын үҙһенмәй. Баҫыу В.к. ҡоролоҡҡа бирешмәй, һыу баҫыуға 30 көндән артыҡ сыҙамай. Ҡылсыҡһыҙ В.к. яҙ көнө, бигерәк тә сабып алғас һәм мал тапағандан һуң, иртә үҫеүе м‑н айырылып тора. Төп элгәрҙәре: йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡлы һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙҙа сәсәләр. Сәсеү нормаһы: рәт ысулы м‑н сәскәндә 16—18 кг/га, рәт араһы киң булғанда 10—12 кг/га, орлоҡтарҙың сәсеү тәрәнлеге 1,5—2,0 см. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 180, бесән — 60, орлоҡ — 5,0; 100 кг бесәндә 57,2 мал аҙығы берәмеге һәм 5,9 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг йәшел массала ярашлы рәүештә 29,3 һәм 3,0 (Өфө р‑нының “Чапаевский” с‑зы, 1990). В.к. сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр булдырғанда киптерелгән һаҙлыҡтарҙа һәм ел, һыу эрозияларына дусар булған ерҙәрҙә сәсеү өсөн үлән ҡатнашмаларында ҡулланыла. Ҡылсыҡһыҙ В.к. сорттарын булдырыу һәм агротехникаһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. башлап Ауыл хужалығы институтында алып барыла (Р.З.Ғәлимуллин, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, В.А.Михеев, Н.В.Руднев һ.б.). В.к. барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары сығарған Башкирский местный, Чишминский 3, Юбилейный, Ялан сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Ларин И.В. Луговодство и пастбищное хозяйство. М., 1956; Губайдуллин Х.Г. Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991.

Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика