ИҪКЕ МИШӘР, Бәләкәй, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Яңы Яуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 102 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 215 кеше; 1920 — 202; 1939 — 169; 1959 — 298; 1989 — 311; 2002 — 330; 2010 — 361 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мишәр исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Туңғатар, Туҡтамыш (тәүге төпләнеүсенең улы Туҡтамыш Мишәров исеменән) булараҡ теркәлгән. 1795 й. 13 йортта 93 кеше йәшәгән, 1865 й. 12 йортта — 78 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Мишәр бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.