ИҪКЕ МАТЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Маты а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 13 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 89 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1175 кеше; 1920 — 1283; 1939 — 2510; 1959 — 1171; 1989 — 1152; 2002 — 1184; 2010 — 975 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, 1786 й. алып Маты исеме м‑н билдәле. 19 б. 20‑се йй. бында Ҡазан губернаһынан сыуаштар килеп ултыра. 1834 й. ш. уҡ дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары, типтәрҙәр иҫәпкә алынған. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Маты а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 50 йортта 339 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, министрлыҡ мәктәбе, шарап ҡыуыу заводы, һыу тирмәне, 1‑әр араҡы, һыра һәм 4 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ та булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018