ИҪКЕ МАҠАР, Маҡар, Ауырғазы р-нындағы ауыл, Мәҫәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1339 кеше; 1920 — 1453; 1939 — 1540; 1959 — 1085; 1989 — 339; 2002 — 203; 2010 — 172 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1785 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мордва крәҫтиәндәре Макар (тәүге төпләнеүсе Макар Алексеев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Яубүләк исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 204 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 120 йортта — 757 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, часовня, 2 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, земство ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, 1 һыра һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 30‑сы йй. башлап (19 б. аҙ. алып 20 б. 60‑сы йй. тиклем Яңы Маҡар бүлендек а. булған) хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018