АҒИҘЕЛ БУЙЫ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5‑се мең йыллыҡтарға ҡарай.

Башҡортостанда А.б.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал буйында Ағиҙел й. басс. (Дәүләкән, Мулла һ.б.) тупланған. Торамалар йылға буйҙарында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Ер өҫтөндә төҙөлгән усаҡлы чум һымаҡ ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Иртә осорҙағы керамика биҙәкһеҙ йәки ҡырлы ҡабырсаҡ сите м‑н вертикаль һыҙыҡтар баҫып биҙәлгән йомортҡа рәүешендәге һауыттарҙан, һуң осорҙағыһы — ҡабарынҡы ҡорһаҡлы, эре тешле штамп баҫып биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт. Таштан эшләнгән әйберҙәр (япраҡ формаһындағы сите уйымлы уҡ башаҡтары; гарпундар, ҡырҡҡыстар, ҡырғыстар, бырауҙар, балталар, “үтектәр”) табылған, һуң осорҙа яҫы таштан ау өсөн батырғыстар, ике яҡлап үткерләнгән япраҡ формаһындағы таш уҡ башаҡтары, хәнйәрҙәр, йөҙөнә пластина ҡуйылған бысаҡтар, төрөпкәләр, ослоҡтар, беҙҙәр, тишкестәр, йәйәләргә һөйәк өҫтәмәләр, ҡармаҡтар, ҡаҙылма ҡабырсаҡтан ябалаҡ башына оҡшатып эшләнгән бетеүҙәр, тишекле һәм биҙәкле таштар, мал һөйәктәре асыҡланған. Дәүләкән, Мулла тораларында ерләү ҡомартҡылары табылған.

А.б.м. мезолит осорондағы ерле ҡәбиләләр нигеҙендә формалашҡан. Халҡы һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгән, һыйыр малы һәм ваҡ мал, ш. уҡ, фаразланыуынса, йылҡы үрсеткән. Ағиҙел мәҙәниәте, Суртанды мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡан. Өйрәнеүселәр: Л.Я.Крижевская, Г.Н.Матюшин һ.б.

Әҙәб.: Крижевская Л.Я. Неолит Южного Урала. Л., 1968.

В.Г.Котов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке