ИҪКЕ КҮСӘРБАЙ, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с үҙәге. РРайон үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2509 кеше; 1920 — 2177; 1939 — 1475; 1959 — 1013; 1989 — 1422; 2002 — 1365; 2010 — 1309 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Күсәрбай исеме м‑н нигеҙ һала, 1717 й. (керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр килеп урынлаша) алып билдәле. 1731 й. ш. уҡ шарттарҙа бында мишәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1795 й. 12 йортта 57 кеше йәшәгән, 1865 й. 196 йортта — 1281 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, балта эше, мейес сығарыу, тегенселек һәм эшләпә яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, ел һәм 3 иген һурҙыртҡыс тирмән, 5 сауҙа кибете булған. 1906 й. 3 мәсет, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; янғын һүндереү машинаһы булған. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 60‑сы йй. 20 б. башында нигеҙләнгән Яңы Күсәрбай бүлендек ауылы м‑н ҡушыла. Р.Б.Ғабдрахманов, Ф.Ш.Ғарифуллин, В.Ғ.Нәбиуллин, З.М.Хәсәнов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке