ИҪКЕ КҮЛ, Иҫке Мәсетле, Нуриман р-нындағы ауыл, Иҫке Исай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Яланды й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1444 кеше; 1920 — 1775; 1939 — 1697; 1959 — 1455; 1989 — 873; 2002 — 735; 2010 — 721 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй-Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1712 й. Күл исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Күлауыл, Мәсетле булараҡ билдәле булған. 19 б. башында Яңы Күл бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 19 б. 1‑се ярт. И.К. Иҫке Мәсетле а. (1777 й. билдәле) ҡушыла. 1795 й. 119 йортта 489 кеше (ш. уҡ Һалйот һәм Урман‑Көҙәй улустарының керҙәш башҡорттары иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. Мәсетлелә (Иҫке Күлдә) 160 йортта — 930 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1906 й. Иҫке Мәсетлелә (И.К., Иҫке Ауыл) 2 мәсет, мануфактура һәм 8 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1930—33 йй. Иҫке Күл районының адм. үҙәге. Р.Ш.Кәримова, Ғ.Хәйри, В.М.Шириев ошо ауылда тыуған.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.