ИҪКЕ ҠОРОС, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Маты й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2275 кеше; 1920 — 2363; 1939 — 2367; 1959 — 1808; 1989 — 1753; 2002 — 1629; 2010 — 1478 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Иҫке Ҡорос урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1684 й. [керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра] алып Ҡорос исеме м‑н билдәле. 1795 й. 315 кеше йәшәгән, 1865 й. 240 йортта — 1373 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 училище, 2 һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑башҡ. министрлыҡ мәктәбе, мәҙрәсә, тимерлек, 4 һыу тирмәне, 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 20 б. башында Яңы Ҡорос бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ә.К.Ғәлләмов, И.З.Мөхәмәтйәнов, М.Ә.Собханҡолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.