ИҪКЕ ҠОРМАШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Көҙөшлө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1113 кеше; 1920 — 1333; 1939 — 1542; 1959 — 877; 1989 — 637; 2002 — 692; 2010 — 646 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Ҡормаш (тәүге төпләнеүсе Ҡормаш Байтимеров исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 18 б. аҙ. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр төпләнә. 1865 й. 131 йортта 906 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Ҡормаш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә.Ә.Хәмәтдинова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.