ИҪКЕ КӘСТӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Кәстәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта Шәрәшле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 868 кеше; 1920 — 1129; 1939 — 1131; 1959 — 766; 1989 — 481; 2002 — 465; 2010 — 430 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Кәстәй исеме м‑н нигеҙ һалына. 1834 й. бында дәүләт крәҫтиәндәре, типтәрҙәр, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары иҫәпкә алынған. 1865 й. 130 йортта 915 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 күн з‑ды, 2 һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 20 б. башында Яңы Кәстәй, Түб. һәм Урта Кәстәй бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. А.Г.Карманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018