ИҪКЕ ҠАТАЙ, Баҡалы р-нындағы ауыл, Яңы Ҡатай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 11 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 82 км алыҫлыҡта Маты һәм Ходьяр йй. (Сөн й. басс.) араһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1127 кеше; 1920 — 1293; 1939 — 921; 1959 — 837; 1989 — 617; 2002 — 596; 2010 — 543 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1632 й. Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡатай исеме м‑н нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында керҙәшлек шарттарында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1795 й. 22 йортта 141 кеше йәшәгән, 1865 й. 81 йортта — 600 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1842 й. Яңы Ҡатай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, һыу тирмәне, ярма ярғыс, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.