ИҪКЕ ҠАЛҠАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡалҡаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 692 ке‑ ше; 1920 — 532; 1939 — 326; 1959 — 443; 1989 — 411; 2002 — 419; 2010 — 349 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡалҡаш (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Юламан һәм Ярлыҡап Ҡалҡашевтар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 43 йортта 270 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 551 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында ш. уҡ таш сығарыу булған. 19 б. аҙ. Яңы Ҡалҡаш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ф.Т.Арыҫланғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018