ИҪКЕ ИТКҮСТЕ, Иткүсте, Ҡариҙел р-нындағы ауыл, Әртәкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 377 кеше; 1920 — 288; 1939 — 236; 1959 — 269; 1989 — 311; 2002 — 316; 2010 — 312 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. Икүсте исеме м‑н билдәле. 1794, 1818 йй. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Бөрө өйәҙе Ҡурас а. (Балтас р‑ны) мариҙары килеп ултырған. 1865 й. 28 йортта 277 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Иткүсте, Аткүсте, Ҡурас исемдәре м‑н теркәлгән. 20 б. башында Яңы Иткүсте бүлендек ауылы (80‑се йй. уртаһына юҡҡа сыға) айырылып сыҡҡандан һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018