АҒИҘЕЛ АFАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составы: ағас конструкциялар, ишек, тәҙрә блоктары етештереү цехтары. 2010 й. 85 кеше эшләгән. Ағас-таҡта, тәҙрә, ишек блоктары, йыйылма-кәртәле баҡса йорттары етештерә. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1942 й. 6‑сы төҙөлөш контораһы эргәһендәге ағас эшкәртеү участкаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1957 й. алып “Башнефтезаводстрой” тресы составында, 1959 й. — БАССР‑ҙың Төҙөлөш б‑са баш идаралығының таҡта ярыу һәм ағас эшкәртеү контораһы, 1968 й. — “Башстройдеталь” ПБ составындағы А.а.э.к., 1994 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие м‑н А.Ф.Сидоренко һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке