ГОМЕОСТАЗ (гр. homoios — оҡшаш, бер үк һәм stasis — хәрәкәтһеҙлек, торош), биол. системаларҙың тирә-яҡ мөхиттең үҙгәрешенә ҡаршы тороу, составының һәм үҙенсәлектәренең сағыштырмаса динамик тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу һәләте. Г. төрлө ойошоу кимәлле организмдарға — бер күҙәнәклеләрҙән алып күп күҙәнәклеләргә тиклем — хас. Физиол. һәм генетик Г. айырып йөрөтөлә. Физиол. Г. эске динамик тотороҡлолоҡто һаҡлаған көйләгес механизмдар системаһы аша өлгәшелә. Хайуандарҙа осморегуляция механизмдары формалашҡан, водород иондары концентрацияһы, ҡан составы, ҡан баҫымы, тән т‑раһы сағыштырмаса тотороҡло булып ҡала. Иң камил Г. ҡатмарлы төҙөлөшлө хайуандарҙа күҙәтелә. Г. тәьмин итеүсе ағза һәм системаларҙың эшен көйләү үҙәк нервы системаһы (башлыса баш мейеһе ҡабығы), симпатик нервы системаһы ярҙамында башҡарыла, гипофиз, бөйөр өҫтө биҙҙәре һ.б. эске секреция биҙҙәре эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Үҫемлектәрҙә күҙәнәк кимәлендә Г. тотоу башлыса плазмалемма (тышҡы мөхиттән күҙәнәккә туҡлыҡлы иондарҙың һәм һыуҙың килеүе) һәм тонопласт (вакуолдәрҙән протоплазмаға запас матдәләрҙең күсеүе) аша бара. Генетик Г. — популяцияның үҙгәреүсән тирә-яҡ мөхит шарттарында генотипик структураһының сағыштырмаса тотороҡлолоғон һәм бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу һәләте. Башҡортостанда Г. өйрәнеү 20 б. 50‑се йй. башлана, респ. климат шарттарына яраҡлаштырылған иген культураларының һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының мул уңыш биреүсе сорттарын сығарыуға бәйле; Ауыл хужалығы институтында (С.А.Ҡунаҡбаев, В.Х.Хангилдин) алып барыла. 60‑сы йй. — Аграр университетта (Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев) һәм Биология институтында (В.К.Ғирфанов), 70‑се йй. башлап Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вәхитов, Ш.Й.Ғиләжетдинов), Башҡорт дәүләт университетында (Р.Р.Әхмәтов) Г. молекуляр-генетик тәбиғәте һәм үҫемлек Г. механизмдары өйрәнелә.

Р.Р.Әхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика