ИҪКЕ ДРАЖ, Шаран р-нындағы ауыл, Писарев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 116 кеше; 1920 — 205; 1939 — 211; 1959 — 103; 1989 — 142; 2002 — 164; 2010 — 118 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә 1792 й. купчий ҡағыҙы б‑са Г.Х.Дражич Ф.П.Тимашеванан (1759 й. уның атаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарынан һатып ала) һатып алған ерҙәрҙә Драж исеме м‑н нигеҙ һалына. Сембер наместниклығының Филипповка а. крепостной крәҫтиәндәре урынлаштырыла. 1865 й. 10 йортта 68 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. Яңы Драж а. (20 б. 30‑сы йй. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. В.П.Густов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке