ИҪКЕ ГУСЕВ, Гусев, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡорос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 106 км алыҫлыҡта Соҡаш й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 720 кеше; 1920 — 996; 1939 — 924; 1959 — 481; 1989 — 356; 2002 — 356; 2010 — 306 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә Гусев исеме м‑н нигеҙ һалына. Шулай уҡ Ҡабыҡ Күпер, Гусевка булараҡ теркәлгән. 1896 й. 92 йортта 671 кеше йәшәгән. Сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү (1901 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. Яңы Гусев бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.