ИҪКЕ БУРНЫ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бурны а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 5 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 662 кеше; 1920 — 898; 1939 — 710; 1959 — 470; 1989 — 827; 2002 — 864; 2010 — 862 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). И.Б. — Бөрө тәжрибә‑производство хужалығының үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1706 й. алып Борунов исеме м‑н билдәле. 1865 й. Бурны а. 111 йортта 579 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, буяу һәм май һығыу з‑дтары булған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Бурны бүлендек а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018