ИҪКЕ БОҒАҘЫ, Боғаҙы, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙаш й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1290 кеше; 1920 — 1284; 1939 — 1043; 1959 — 586; 1989 — 496; 2002 — 504; 2010 — 547 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Йәнәй улусы Боғаҙы а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Иҫке Боғаҙы а.) башҡорттары Боғаҙы исеме м‑н нигеҙ һала. 1738 й. ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 53 йортта 276 кеше йәшәгән, 1865 й. 126 йортта — 758 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы, һыу тирмәне булған, улус идараһы урынлашҡан. 19 б. аҙ. Яңы Боғаҙы (20 б. 60‑сы йй. юҡҡа сыға) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. мәсет теркәлгән.

З.М.Цуканова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018