ИҪКЕ БӘПЕС, Ҡырмыҫҡалы р-нындағы ауыл, Иҫке Бәпес а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Төкөн т. юл ст. Көнб. табан 14 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 546 кеше; 1920 — 458; 1939 — 286; 1959 — 498; 1989 — 506; 2002 — 607; 2010 — 520 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бишул‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мансур исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Патис‑Мансур, Сыуаш булараҡ теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. алып Бәпес (ауыл кешеләренең береһе исеменән, уның улдары Норош һәм Ҡалмаш Бәпесовтар билдәле) исеме м‑н иҫәпкә алынған. 1795 й. 31 йортта 175 кеше йәшәгән, 1865 й. 77 йортта — 410 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. Яңы Бәпес бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, мәктәп, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Б.Ноғоманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018