ИҪКЕ БАЛТАС, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 135 км алыҫлыҡта Кеүәш һәм Һарыяҙ йй. (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 384 кеше; 1920 — 514; 1939 — 536; 1959 — 277; 1989 — 121; 2002 — 141; 2010 — 128 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Вятка наместниклығы Сарапул ҡ. батша һарайы крәҫтиәндәре Балтас исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 182 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 38 йортта — 260 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. часовня, малайҙар һәм ҡыҙҙар земство мәктәптәре, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Балтас бүлендек ауылы (50‑се йй. аҙ. И.Б. м‑н ҡушыла) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке