“АҒИҘЕЛ”, ял базаһы. “Баштур” ЯАЙ составына инә. Белорет р‑нында, Ҡағы а. 3 км, Белорет т. юл ст. 76 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан.

1964 й. бөтә Рәсәй әһәмиәтендәге турбаза булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 2 ҡатлы корпусы һәм йәйге коттедждары (284 урын), спорт майҙансығы, туристик ҡорамалдар прокаты пункты, медпункты, ашханаһы, мунсаһы бар (2010). Июнь—авг. айҙарында эшләй. 2 аҙналыҡ һыу походтары ойошторола (ҡара: Туристик маршруттар).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018