ИҪКЕ АҠТАШ, Аҡташ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Сахай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1325 кеше; 1920 — 1369; 1939 — 1186; 1959 — 719; 1989 — 443; 2002 — 361; 2010 — 414 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сахай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Нуғай даруғаһы Бишул‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аҡташ исеме м‑н нигеҙ һала, 1708 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлашҡандан алып билдәле. 1784 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1795 й. 28 йортта 149 кеше йәшәгән, 1865 й. 122 йортта — 690 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Аҡташ (хәҙ. Архангел р‑ны Шакир а.) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018