ИҪКЕ АҠТАУ, Бүздәк р-нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 21 км алыҫлыҡта Киәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1758 кеше; 1920 — 1286; 1939 — 831; 1959 — 498; 1989 — 368; 2002 — 302; 2010 — 303 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңны улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1714 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Аҡтау исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 155 йортта 895 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет теркәлгән. 20 б. башында Яңы Аҡтау бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. И.Н.Смаҡов, М.Д.Халиҡов ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.