ИҪКЕ АҠҠОЛАЙ, Әлшәй р-нындағы ауыл, Казанка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т. табан 8 км алыҫлыҡта Төйлән й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 339; 1939 — 279; 1959 — 289; 1989 — 225; 2002 — 234; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1745 й. һәм 1770 й. араһында Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аҡҡолай (сотник Аҡҡолай Бикташев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Аҡлай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 28 йортта 168 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта — 392 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башында Бәләкәй Аҡҡолай бүлендек а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ә.У.Шәрипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке