ИҪӘНГИЛДЕ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 181 кеше; 1959 — 324; 1989 — 450; 2002 — 495; 2010 — 486 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1929 й. Йылайыр кантонында Иҫәнгилде/Үрге Иҫәнгилде а. (60‑сы йй. юҡҡа сыға) кешеләре Түбәнге Иҫәнгилде исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Иҫәнгилде булараҡ теркәлгән. 70‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.