ИҪӘНБАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫәнбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 125 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1177 кеше; 1920 — 1378; 1939 — 1245; 195 — 912; 1989 — 741; 2002 — 645; 2010 — 523 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1707 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Иҫәнбай Йәнырыҫов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Игенбай исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 14 йортта 105 кеше йәшәгән, 1865 й. 65 йортта — 489 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.М. Бәҙретдинов, Н.Ғ.Мөҙәрисова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018