“АҒИҘЕЛ”, әҙәби‑нәфис һәм ижт.-сәйәси журнал. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 1,7 мең дананан ашыу (2015). 1923 й. мартынан “Яңы юл” исеме м‑н БашҮБК, БАССР ХКС‑ы, БАССР мәғарифы ХК һәм Башҡ‑н профсоюздары өлкә советы органы булараҡ нәшер ителә башлай. 1924 й. апр. “Белем” ж. м‑н берләшә. 1927 й. алып тағы ла үҙ аллы булып китә һәм “Сәсән” исеме м‑н сыға, 1930 й. башлап “Яңылыҡ” ж. м‑н берләшкәндән һуң — “Үктәбер”, 1949 й. — “Әҙәби Башҡортостан”, 1961 й. — хәҙ. исемен йөрөтә. 1941—46 йй. нәшер ителмәй. 90‑сы йй. уртаһына тиклем респ. берҙән‑бер әҙәби журнал була. Башҡортостан тарихының бөтә осорҙарында журнал башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле, милли мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйнай. “А.” тәүге тапҡыр М.Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискыһында”, А.М.Таһировтың “Һалдаттар” һәм “Ҡыҙылгвардеецтар”, Ғ.Ә.Дәүләтшиндың “Коммуна”, Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, А.Карнайҙың “Далалағы уттар”, И.Насыриҙың “Сибай”, М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар”, З.А.Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”, С.Агиштың “Нигеҙ”, Ғәли Ғ.Ибраһимовтың “Кинйә”, Я.Х.Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын”, Р.Й.Ғариповтың “Табыныу” һ.б. әҫ. донъя күрә; М.Горький, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин, А.А.Фадеев, А.П.Чехов әҫ. тәржемәләре баҫыла. 90‑сы йй. башынан “А.” башҡ. халҡының әхлаҡи һәм рухи үҫеше проблемаларына, уның милли үҙаңын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә, уҡыусыға онотолған исемдәрҙе ҡайтара (журналда тәүге тапҡыр М.А.Буранғолов, Ә.Ә.Вәлидов, Ғ.Ғ.Тағанов һ.б. хеҙмәттәре донъя күрә). Журнал биттәрендә башҡ. шиғриәте һәм прозаһы, драматургияһы һәм публицистикаһыныңяңы әҫәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың соц.‑сәйәси, иҡт., тарихи, этнография һ.б. темаларға яҙылған мәҡәләләре баҫыла. Рубрикалары: “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Әҙәби тәнҡит”, “Публицистика”, “Сәнғәт”, “Әҙәби мираҫ” һ.б. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында “Оран” тарихи‑этнографик, ижт.‑сәйәси ҡушымтаһы, “Бәпембә” (ҡара: “Аҡбуҙат”), “Шоңҡар” журнал эсендәге журналдар нәшер итә. Баш мөхәррирҙәре: И.Насыри (1925, 1926), Д.Юлтый (1930—31, 1933), Б.Ишемғол (1932, 1934, 1935—36), Т.Йәнәби (1932, 1936—37), Ғ.Амантай (1934—35), Х.Кәрим (1937 й. алып), Н.Ҡ.Ҡәрипов (1941), Ғ.К.Зөлҡәрнәев (1946 й. алып), С.Агиш (1949 й. алып), Н.Нәжми (1952), Ә.Вәли (1952 й. алып), Х.Ғ.Ғиләжев (1955 й. алып), Ә.М.Мирзаһитов (1968 й. алып), Р.Ғ.Низамов (1973 й. алып), Ә.С.Гәрәев (1978 й. алып), Б.З.Рафиҡов (1988 й. алып), С.Әлибай (1998 й. алып), Ә.М.Әминев (2002 й. алып), Р.М.Кинйәбаев (2016 й. алып).

Ә.М.Әминев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.