ИРА, ауыл, 1984 й. алып Күмертау ҡ. составында, Подгорный а/с үҙәге. Ҡаланан һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2057 кеше; 1920 — 1709; 1939 — 1184; 1959 — 650; 1989 — 501; 2002 — 651; 2010 – 559 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, сиркәү (Покров сиркәүе, 20 б. башы архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Бөгөлсән а. (Ира, Покровка; хәҙ. Көйөргәҙе р‑ны) кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. И. (Покровка) 253 йортта 1724 кеше йәшәгән. 1906 й. земство мәктәбе, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1984 й. ҡарата — Күмертау районының Подгорный а/с үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018