ИНЙӘР, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Оло Инйәр й. буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 166 кеше; 1920 — 1671; 1939 — 3612; 1959 — 2641; 1989 — 4842; 2002 — 4380; 2010 — 4329 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). 3 урта мәктәп, балалар муз. мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, ДЮСШ, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Инйәр заводы эргәһендә нигеҙ һалына. 1900 й. Ҡамайылға заводы (Инйәр заводы) исеме м‑н теркәлгән, сиркәү, 2 мәктәп булған. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 1965 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. О.А.Качалкова, Г.Р.Ситдиҡова, Ғ.М.Смаҡов ошо ауылда тыуған.

И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.