ИМӘН, Балтас р-нындағы ауыл, Нөркә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡыйғаҙы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 872 кеше; 1920 – 1077; 1939 – 814; 1959 – 445; 1989 – 208; 2002 – 214; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. [яһаҡлы татарҙарҙың бер өлөшө (керҙәшлек ваҡыты билдәһеҙ) Усман а. нигеҙ һала] билдәле. Шулай уҡ Хужа Имән исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 26 йортта 154 кеше йәшәгән, 1865 й. 98 йортта – 512 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. Ә.Н.Усманов, Ә.И.Харисов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018