ИМӘНДӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 665 кеше; 1920 — 836; 1939 — 640; 1959 — 672; 1989 — 435; 2002 — 410; 2010 — 341 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Кәлсер-Табын улусы башҡорттары 1750 й. купчий ҡағыҙы б‑са нигеҙ һала. 1795 й. 31 йортта 360 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 469 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, сана һәм ағас һауыт‑һаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсебе булған. Ауыл эргәһендә Имәндәш ҡаласығы урынлашҡан. Ш.Ғ.Ғилманова ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018