ИМАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Үрге Бишенде а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе авто- мобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 162 кеше; 1959 – 177; 1989 — 146; 2002 — 110; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Түб. Бишенде а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Й.Т.Фәррәхов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018