ИМАНҒОЛ, Ташкисеү, Учалы р-нындағы ауыл, Иманғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 5 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ҡандыболаҡ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 1180 кеше; 1920 — 1549; 1939 – 976; 1959 – 716; 1989 – 764; 2002 – 793; 2010 — 861 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Иманғол Усманов исеме м‑н аталған. 1795 й. 30 йортта 214 кеше йәшәгән, 1866 й. 125 йортта – 861 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәктәп теркәлгән. Г.Ғ.Ғәлиева, Р.М.Ниғмәтуллин, Й.Ғ.Сөнәғәтуллин, Ф.З.Шәйәхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.