ИЛСЕҒОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 800 кеше; 1920 – 692; 1939 – 534; 1959 – 509; 1989 – 663; 2002 – 630; 2010 – 569 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башҡ. гимназияһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1700 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Бөрйән улусы (ауылдың үҙҙәре ултырған өлөшөн Бөрйән-Илсеғол тип атағандар) һәм ш. уҡ даруғаның Тамъян улусы Ҡушый а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны) башҡорттары, 1762 й. мишәрҙәр килеп ултырған, тип фаразлана. Улус старшинаһы Илсеғол Таймаҫов исеме м‑н аталған. 1795 й. И. 37 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 44 йортта – 276 кеше (малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет булған), Бөрйән-Илсеғолда 66 йортта – 305 кеше (малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр). 1906 й. бер И. ауылы, 1920 й. Иҫке Илсеғол (Яңы Илсеғол бүлендек ауылы 20 б. башынан алып 2005 й. тиклем булған) һәм Бөрйән‑Илсеғол аа. иҫәпкә алынған, 30‑сы йй. башлап улар хәҙ. исемде йөрөткән ауыл булараҡ бергә иҫәпкә алына. И.И.Ғүмәров, С.С.Яҡшығолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке